Өфө районы суды ҡатын-ҡыҙға ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул аңлы рәүештә иренә ике тапҡыр бысаҡ менән сәнскән, һәм ул алған яраларҙан вафат булған. Судта ғәйепләнеүсе ваҡиғаның үҙ версияһын тәҡдим иткән. Ҡатындың һүҙҙәренсә, фажиғә булыр кисте улар кухняла ашарға әҙерләгән. Үҙе бысаҡ менән ниҙер киҫкән, иренә лә эш ҡушҡан, ә был ваҡытта балалар икенсе ҡатта булған. Ир эшкә китергә тейеш булған. Ҡатыны итте киҫкәндә ул шаяртып бер нисә тапҡыр уны ҡосаҡлаған. Әрләшерлек бер ниндәй сәбәп юҡ ине, ти ҡатын. Бер аҙҙан ир ҡатындың артынан килеп, уны ҡурҡытып, яурынынан ҡосаҡлаған. Тертләп киткән ҡатын ҡапыл әйләнгән ыңғайы бысаҡ ирҙең ҡорһағына ҡаҙалған. Яралы ҡоралды алып ырғытып яраһын баҫҡан. Уның ҡысҡырыуына улы килеп төшкән һәм тиҙ ярҙам саҡыртҡан. Зыян күреүсене дауаханаға алып киткәндәр. Ҡатын, ашығыс ярҙам тиҙерәк килһә, иҫән ҡалыр ине, тигән фекерҙә. Уның фекеренсә, улар бер-береһен яратҡан, мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерергә йыйынғандар. Әммә балалар һәм шаһиттар судта “әсәй иҫерек ине” тип белдергән. Экспертиза мәғлүмәттәре буйынса, зыян күреүсенең тәнендә 8 һәм 12 сантиметр тәрәнлегендә ике яра эҙе бар. Тимәк, иргә ике тапҡыр сәнселгән. Бындай йәрәхәт һалыу өсөн ҙур физик көс талап ителә. Һөҙөмтәлә суд ете бала әсәһен, кеше ғүмере өҙөлөүҙә ғәйепле тип табып, 8 йылға иркенән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарған. Фото: zvezdagazeta.ru