Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың балаларына уҡыуға инеүгә ташламалар ҡаралған. Шулай уҡ ауыр сирле балалар өсөн дарыуҙар НДС-тан азат итеү, ҡулланыусылар кредиты буйынса ставканы кәметеү, составында шәкәр булған эсемлектәргә акциз индереү кеүек закондар 2023 йылдың июленән көсөнә инде. Пенсия тәғәйенләү ябайлаштырылған. Рәсәй Социаль фондының һорауы буйынса дәүләт һәм муниципаль архивтар шәхес тураһында документтарҙы тапшырасаҡ, пенсия һәм уға өҫтәмә түләүҙәр тәғәйенләнгәндә ул социаль тәьминәттең Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы аша башҡарыла. Үҙгәрештәр пенсияны ваҡытында һәм дөрөҫ тәғәйенләү мөмкинлеген бирә, шулай уҡ ваҡытты ҡыҫҡартасаҡ. Закондар тураһындағы тулы мәғлүмәт менән Дәүләт Думаһының рәсми сайтында таныша алаһығыҙ.