Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уңайлы ла, тиҙ ҙә

Башҡортостан Республикаһының Ишембай үҙәк район дауаханаһы фельдшер-акушерлыҡ пункттары өсөн 14 заманса электрокардиографик модулле пациенттарҙы күҙәтеү системаһы алды. Был «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының (национальный проект «Здравоохранение») «Беренсе звеноны модернизациялау» төбәк программаһын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Һаулыҡ һаҡлау системаһы йыл һайын яңы ҡорамалдар менән тулылана. Кардиология практикаһында элеккесә электрокардиография ысулы - аҙ инвазив, экономиялы һәм ябай алым киң ҡулланыла. Электрокардиографтың төп тәғәйенләнеше - йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының, тәү сиратта йөрәктең торошон контролдә тотоу. Даими электрокардиограмма алыу йөрәк һәм ҡан тамырҙары патологияһын иртә асыҡлауға булышлыҡ итә. - Яңы электрокардиографтар бик тығыҙ, уңайлы сумкаларҙа урынлашҡан. ЭКГ-модулдәрҙе ҡулланыу ваҡытты сарыф итмәй, диагностикалауҙа хаталарға юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирә. Улар ярҙамында, әгәр кәрәк булһа, дауалау тактикаһын билдәләү өсөн кардиограммаларҙы район дауаханаһына ебәрергә мөмкин, - тип билдәләй Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Ринат Ғәйнетдинов. Фото: health.bashkortostan.ru