Миәкә районында етем балаларға торлаҡ асҡыстары тапшырылды. Ошо хаҡта Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов уртаҡлашты. – Өй туйлау - һәр кеше өсөн, һис шикһеҙ, шатлыҡлы ваҡиға. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында федераль законды үтәү сиктәрендә етем балаларға төҙөк торлаҡ биналары бирелә. 2015 йылдан Миәкә районында 65 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителде. Бөгөн тағы ике бала торлаҡ биналарының асҡысына һәм берәүһе – торлаҡ һатып алыуға сертификатҡа эйә булды. Фатирҙарығыҙҙа һәр ваҡыт яҡты һәм йылы булһын, ә ишектәр бәхет, мөхәббәт һәм шатлыҡ өсөн асыҡ булһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ! – ти район етәксеһе. Беҙ ҙә йәштәрҙең ғүмер хыялдарының тормошҡа ашыуын һәм үҙ торлаҡтарына эйә булыуҙары менән ихлыс ҡотлайбыҙ! Фото: vk.com