Кисә кискә ҡарай Башҡортостандың Дыуан районында сабый һәләк була. Авария Бөрө – Тастүбә – Сатҡы юлында була. Lada Granta водителе юлға килеп сыҡҡан ике йәш ярымлыҡ сабыйҙы тапата. Был турала ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Авария юлдың 200-сө километрында Ҡаракүл ауылында була. Машина руле артында 59 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе ултырған. Уның әйтеүенсә, бала юлға ҡапыл йүгереп килеп сыға һәм ул бер нимә лә эшләп өлгөрә алмай. Сабый бик ауыр йәрәхәттәр ала һәм дауаханаға алып китеп барғанда һәләк була. Урынға килгән хоҡуҡ һаҡсылары уны тикшерә һәм ирҙең авария ваҡытында эсмәгән булыуы асыҡлана. Әле был хәл буйынса тикшереү башланған. Башҡортостан Прокуратураһы уны үҙ контроленә алған. Бәләкәй балалар юлда уйнарға тейеш түгел. Ата-әсәләр, өлкәндәр быны һәр саҡ иҫләргә һәм балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш. Фото: ЮХХДИ.