Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Организмыңды “уҡырға” өйрән

Теге йәки был витаминға ҡытлыҡ кисергәндә ниндәй билдәләр барлыҡҡа килә? А витамины етешмәгәндә сәс нәҙегәйә, ҡороға әйләнә, тырнаҡтар тиҙ һыныусан булып китә, ирендәр ярыла, күреү насарлана, тире кибә, сабыртмалар сыға. В1 витаминына ҡытлыҡты ашҡаҙан-эсәк юлындағы тайпылыштар, аппетиттың булмауы, тиҙ ҡуҙғыусанлыҡ, йөрәк аритмияһы, аяҡ-ҡул бармаҡтарының гел һыуыҡ булыуы (ҡан әйләнешенең боҙолоуы) күрһәтә. В2. Стоматит, ирен сите боҙолоуы, конъюнктивит, күҙҙән йәш ағыуы, яҡтылыҡтан ҡурҡыу барлыҡҡа килһә, ауыҙ кипһә - В2 витамины етешмәй тигән һүҙ. В3 витаминына ҡытлыҡ - хәлһеҙлек, гел арығанлыҡ тойғоһо, йыш баш ауыртыуы, тынғыһыҙлыҡ, ҡуҙғыусанлыҡ, ҡан баҫымы күтәрелеүе. В6 етешмәгәндә шулай уҡ хәлһеҙлек, хәтерҙең насарайыуы, тире боҙолоуы, бауыр тәңгәлендә ауыртыуҙар барлыҡҡа килә. В12 витаминына ҡытлыҡ кисергәндә - анемия, сәс ҡойолоуы, гастрит. С витамины етешмәһә, иммунитеттың төшөүе арҡаһында дөйөм хәлһеҙлек, аппетиттың булмауы, ябығыу, теш ҡаҙналарының йыш ҡанауы, кариес, һыуыҡтан һәм төрлө инфекция тыуҙырған сирҙәргә тиҙ бирешеүсәнлек, танау ҡанауы, ауыҙҙан насар еҫ сығыуы күҙәтелә. Д витаминына ҡытлыҡ булһа, балаларҙа аҙ хәрәкәтсәнлек һәм йыбаныусанлыҡ, йоҡо боҙолоуы, насар аппетит, мыжыу, рахит, иммунитеттың төшөүе, күреү һәләтенең насарланыуы, матдәләр алмашыныуының боҙолоуы, һөйәк туҡымаһы һәм тире менән бәйле проблемалар барлыҡҡа килә. Д3 витамины етмәгәндә фосфор һәм кальций насар үҙләштерелә, баланың теше сыҡмай ыҙалата, йоҡлағанда тертләүе, тартышыуы күҙәтелә, мускул тонусы түбәнәйә, һөйәктәре көсһөҙ була. Е витаминына ҡытлыҡ - ул аллергияға бирешеүсәнлек, мускулдарҙың үҫеш тайпылышы, аяҡтарҙың ауыртыуы, тромбофлебит үҫешеүе, хәрәкәт итеүҙең үҙгәреүе, тирелә пигмент таптарының килеп сығыуы. К витамины етешмәүе - ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлегенең, күрем циклының боҙолоуы һәм ауыртып үтеүе, анемия, тиҙ арыу, ҡан туҡтамай ыҙалатыуы, тире ҡатына ҡан һауыуы. Р витаминына ҡытлыҡ икән, тире ҡатында ҡан һауыуы (бигерәк тә тығыҙ кейем, резинка һығып торған урындарҙа), иңбаштарҙың һәм аяҡтарҙың ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә. Н витамины етмәгән осраҡтағы билдәләр: тиренең һоро төҫкә инеүе, сәс ҡойолоуы, инфекцияларға тиҙ бирешеүсәнлек, мускулдарҙың ауыртыуы, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүсәнлек. Фото: missil.ru Сығанаҡ :"Родник здоровья" төркөмө.