Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан һөтө Кубаға оҙатыласаҡ

Куба делегацияһы республикаға төбәктең эшкәртеү предприятиеларына инспекция сәфәрҙәре үткәреү өсөн килгән. Улар Азатлыҡ утрауына әҙер һөт продукцияһын оҙатырға ниәтләгән ойошмалар менән ҡыҙыҡһына, тип хәбәр итә Россельхознадзор идаралығының матбуғат хеҙмәте. Делегация ағзалары ведомство белгестәре оҙатыуында эшлекле сәфәр менән Мәләүез һөт-консерва комбинатында булған. Сеймал зонаһының эпизоотик шарттарына айырыуса иғтибар бүленгән, тап ошонда һөт ҡабул ителә. Артабан тауар етештереү, әҙер һөт продукцияһын лабораторияла тикшереү процестарын ҡарағандар. Дөйөм алғанда, комиссия предприятие эшенә ыңғай баһа биргән. Шулай итеп, Башҡортостандың һөт продукцияһы Кубаға экспортҡа оҙатыласаҡ. Мәғлүм булыуынса, ил Президенты Владимир Путиндың указы буйынса тормошҡа ашырылған «Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ» милли маҡсаты сиктәрендә «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - 2030 йылға сеймал булмаған һәм энергетикаға ҡарамаған тауарҙар экспортының реаль үҫешен 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 процентҡа арттырыу. Фото: Россельхознадзор идаралығының матбуғат хеҙмәте.