Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Мәскәүҙә “Коломенское” музей-ҡурсаулығы биләмәһендә үткән “Һабантуй-2023” дөйөм ҡала байрамында ҡатнашты. Министрҙар Кабинеты башлығы сарала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе. Быйыл байрам 35-се тапҡыр уҙҙы. Башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың традицион халыҡ байрамынан Мәскәү һабантуйы дөйөм милли байрамға әүерелгән, уны йыл һайын 250 меңдән ашыу кеше ҡарай. Быйыл һабантуйҙың абруйлы ҡунаҡтары – махсус хәрби операция геройҙары, сара иһә армия генералы Мәхмүт Гәрәевтең 100 йыллығы эгидаһы аҫтында үтте. Фестиваль сиктәрендә күренекле хәрби етәксе, хәрби теоретик һәм алты һуғышта ҡатнашыусы тормошо тураһында фотоэкспозиция эшләне. Хөкүмәт Рәйесе Һабантуйҙың халыҡтар араһында дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу мөхитен булдырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был аҙнала Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X Юбилей форумы сиктәрендә Башҡортостанға килгән Беларусь туғандаш республикаһынан ҡунаҡтар ҙа быға инана алды. Сара традицион ҡиммәттәрҙе бергәләп нығытыуҙың ни тиклем мөһим булыуын күрһәтте: Ватанға, ғаиләгә һөйөү, өлкәндәргә һәм ижади хеҙмәткә ихтирам, тыуған мәҙәниәткә ихтирамлы мөнәсәбәт. – Башҡортостан әүҙем үҫешә. Дүрт йыл эсендә төп капиталға инвестициялар күләме ике тапҡырға артып, триллион ярым билдәһенән ашып китте. Республика Инвестиция мөхите милли рейтингының тәүге биш төбәге иҫәбенә инә, ағымдағы йылда дүртенсе урынды биләй. Бер нисә йыл рәттән Башҡортостан Сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге рейтингында алда бара. Сәнәғәт производствоһы индексы биш ай йомғаҡтары буйынса биш процентҡа тиерлек арта. Рәсәй Сәнәғәт Һәм сауҙа министрлығы ярҙамында сәнәғәтте үҫтереүҙең кластер моделен уңышлы тормошҡа ашырабыҙ. Кластерҙар һаны буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә. Пилот төбәктәр иҫәбендә Төбәк ғилми-етештереү үҙәген булдырыу өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Вертолет техникаһы базаһында пилотһыҙ авиация системаларын сериялы сығарыу яйға һалына. Беҙҙә уларҙы эксплуатациялауҙың эксперименталь хоҡуҡи режимы индерелгән. Беҙ – ауыл хужалығында ауыр агродрондарҙы коммерция маҡсатында файҙаланыу мөмкинлеге булған берҙән-бер төбәк. Былтыр 35 йыл эсендә рекордлы иген йыйыу тәьмин ителде, – тип билдәләне Премьер-министр. Башҡортостандан Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Ҡырмыҫҡалы районы сығыш яһаны. Быйыл патриотик зона менән таныштырҙылар, унда республика хәрби дан музейы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы күргәҙмәләре, шулай уҡ хәрби-патриотик клубтар күрһәтелде. Майҙансыҡта этник тирмәләр менән “Башҡорт милли колориты” фольклор ауылы асылды, унда ҡунаҡтар башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм йолалары — торлаҡ биҙәлеше, көнкүреше, халыҡ кәсептәре, костюмдар, милли аш-һыу менән таныша алды. Ихата биләмәһендә интерактив майҙансыҡтар эшләне: солоҡсолоҡ, көршәк яһау, кейеҙ баҫыу, ат өсөн септә, маскировка селтәрҙәре үреү, башҡорт биҙәүестәре эшләү; кәсепселек әйберҙәре күргәҙмә-йәрминкәләре, сувенирҙар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ уйындары. Мәскәү һабантуйында мас-рестлинг һәм Башҡортостандың “Бәйге” күпбәйгеһе буйынса ярыштар үтте. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Зәйнетдин” этно-шоу проекты, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рөстәм Шаһыбалов һәм Искәндәр Ғәзизов, шулай уҡ Әлфиә Ниғмәтуллина, Тимур Рамазанов сығыш яһаны. Андрей Назаров шулай уҡ Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы указдары менән күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм емешле дәүләт эшмәкәрлеге өсөн Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән Мәскәү ҡала думаһы рәйесе Алексей Валерьевич Шапошников, совет хәрби етәксеһе һәм хәрби эшмәкәре, Рәсәй ижтимағи-сәйәси эшмәкәре, армия генералы, Борай районында тыуған Владимир Николаевич Лобов бүләкләнде. Салауат Юлаев ордены Мәскәү мэры Сергей Семенович Собянинға тапшырылды. Емешле хеҙмәттәшлек һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни традицияларын һаҡлауға ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты менән Мәскәү Хөкүмәте билдәләнде. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru