Найти тему
Башҡортостан гәзите

1 июль - Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө

Рәсәйҙә йыл һайын йәйҙең беренсе көнөндә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөн билдәләйҙәр. Был дата байрам булараҡ рәсми билдәләнмәгән, әммә йыл һайын популяр була бара. Был көн шулай уҡ 2009 йылдан алып Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына хәтер һәм ҡайғы көнө тигән исем дә йөрөтә. Байрамды уйлап табыусы инициаторҙар уйлауынса, хәрби ветерандарҙың үҙҙәренә ошондай бер дата кәрәк. Һәм был көн хәрби операциялар, хәрәкәттәр эсенән иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙе ҡотларға, уларға хөрмәт күрһәтергә мөмкинлек бирә. Был көндө Рәсәйҙә, йола буйынса, төрлө патриотик һәм тантаналы тамашалар, яугирҙәр һәйкәлдәренә, мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу ойошторола. Эйе, был байрам һуңғы йылдарҙа бигерәк тә мөһим төҫ ала бара. Бөгөнгө көндә ут эсендә йөрөгән милләттәштәребеҙҙе беҙ ҙә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө менән ҡотлайбыҙ һәм имен-һау, еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Фото: Интернеттан.