1 июлдә, ғәҙәттәгесә Ленинград өлкәһенең Всеволожск районында, Энколово ауылы янында Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе һабантуйы үтте. Берҙәмлек, дуҫлыҡ байрамын урындағы халыҡ ярата, көтөп ала. Статистика күрһәтеүенсә, йыл һайын унда йөҙ меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Быйыл байрам программаһы айырыуса йөкмәткеле һәм сағыу булды. Һабантуй ҡунаҡтарын башҡорт, татар мәҙәниәте йондоҙҙарының, Ленинград өлкәһенең, Санкт-Петербургтың иң яҡшы халыҡ һәм эстрада башҡарыусыларының сығыштары көтә ине. Шулай уҡ канат буйлап үтеүселәр үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Милли ихаталар үҙенең сувенирҙары, халыҡ кәсептәре өлгөләре менән йәлеп итте, бында ҡунаҡтар былау, бауырһаҡ, ҡаҙылыҡ, бал һәм башҡа ризыҡтарҙы тәмләп ҡараны. Әүҙем ял яратҡандар өсөн башҡорт-татар уйындары һәм ярыштарының традицион төрҙәре — мендәр менән һуғыш, күҙ бәйләп көршәк ватыу, көс ярыштары һәм башҡалар ойошторолдо. Һабантуйҙың төп ҡапҡаһы алдында халыҡты Мәләүез районының «Көнгәк» бейеү ансамбле артистары ҡаршы алды. «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҙур сәхнәлә «Башҡорт сувениры» вокаль-хореография композицияһын ҡуйҙы. Шулай уҡ башҡорт этноауылының төп ҡапҡаһы алдында «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Сибай концерт-театр берләшмәһенең вокаль ансамбле «Һабантуй» вокаль-хореография композицияһын башҡарҙы. Этнографик тирмәлә башҡорт халҡының көнкүреше, йолалары күрһәтелде. Һабантуй майҙанының бренд өлөшө ете яландан һәм уртала сатырҙан торған ҡурай сәскәһе рәүешендә тәҡдим ителде. Бында республикабыҙҙың барлыҡ билдәле брендтарын күрергә мөмкин ине: башҡорт балы, үләндәр, башҡорт яугиренең хәрби атрибутикаһы, милли уйын ҡоралдары, милли костюмдар, кейеҙ изделиелар, балаҫтар, шәлдәр һәм башҡалар. Ошонда уҡ ҡунаҡтар халыҡ уйындарында ҡатнаша алды. Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе һабантуйында Башҡортостан делегацияһына Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселек итте. «Тыуған республикабыҙҙың ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ йыл һайын һабантуйҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала, сөнки был байрам — туған мәҙәниәт мөхите, ватандаштарҙы күреү, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге. Быйыл һабантуйҙа «Атайсал» проекты һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән Бәләкәй Ватан өсөн файҙалы эштәр йылы тураһында айырым һөйләнек. «Атайсал» үҙ тарихында ике йыл эсендә ысын мәғәнәһендә тотош халыҡ хәрәкәтенә әүерелеп өлгөрҙө. Проектта битараф булмаған 4,6 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, улар тыуған төйәгенә байыраҡ, бәхетлерәк булырға ярҙам итә. Үҙҙәренең кесе Ватаны мәнфәғәтендә улар 16,5 мең башланғысты тормошҡа ашырып, 1,2 миллиард һумдан ашыу аҡса һалды. Араларында республиканан ситтә йәшәгәндәр ҙә күп. Улар ауылдаштарына, яҡташтарына ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Оло тәжрибәләре ил кимәлендә яҡлауға һәм таратыуға лайыҡ. Бөгөн беҙ иң әүҙем яҡташтарыбыҙҙы бүләкләнек һәм уларға проектҡа яңы ҡатнашыусылар булараҡ ҡушылырға тәҡдим иттек. Йола буйынса, һабантуй өсөн Башҡортостан тарафынан ҙур мәҙәни программа әҙерләнде, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Сибай концерт-театр берләшмәһе, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Йатаған» этно-төркөмө коллективтары һәм республиканың башҡа билдәле сәхнә оҫталары үҙ сығыштары менән ҡыуандыра. Мәләүез, Дәүләкән райондары делегацияларына, йыл һайын байрамға әҙерләнеүҙә, уны үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайына айырым рәхмәт белдерәм. Рәхмәт, яҡташтар!» — тине Эльвира Айытҡолова. Байрамда Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлназ Ибраһимова ла сығыш яһап, рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. «Был көн Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе өсөн ысын байрамға әйләнде. Хатта тәбиғәт тә беҙҙең менән бергә ҡыуанды — ҡояшлы, йылы булды. Башҡорт һәм татар ихаталары, тирмәләр сағыу, үҙҙәренә халыҡты саҡырып тора. Беҙҙең башҡорт тирмәһе янына бик күптәр килде. Оҙаҡ йылдар Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ матур байрам өсөн күҙ йәштәре аша рәхмәт белдерҙе. Мәләүез һәм Дәүләкән райондары етәкселәренә ҙур рәхмәт: улар барыһын да юғары кимәлдә ойошторған, ваҡ-төйәккә тиклем уйланылған. Беҙгә сағыу, үҙенсәлекле байрам бүләк иткәндәре өсөн Башҡортостан етәкселегенә, республиканың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына беҙҙең ойошмаға һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн айырым рәхмәт. Питер менән Башҡортостан араһындағы дуҫлыҡ күпере һәр саҡ ныҡлы булһын!» — тине Гөлназ Хәләф ҡыҙы. Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе һабантуйында башҡорт халҡының мәҙәниәте үҫешенә, шулай уҡ «Атайсал» проектын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индергән замандаштарыбыҙҙың хеҙмәте билдәләнеп үтелде. Фиҙакәр намыҫлы хеҙмәте һәм башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаттары менән Санкт-Петербургта милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса комитет рәйесе Олег Капитанов; Санкт-Петербургтың Милләттәр йорто дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Александр Карлов; Ленинград өлкәһенең урындағы үҙидара, милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәре буйынса комитеты рәйесе Лира Бурак билдәләнде. Бөтә донъя башҡорттарының юғары наградаһы — «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы түбәндәге рухташтарыбыҙға тапшырылды: Хәйруллин Камил Әғзәм улы — «Айзет-Телеком Урал» йәмғиәте етәксеһе, тыуған төйәген — Силәбе өлкәһенең Солтан ауылын тергеҙеүсе меценат; Ибраһимова Гөлназ Хәләф ҡыҙы — Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, ошо ҡаланың госпиталендә дауаланған Башҡортостан яугирҙәренә ҙур ярҙам күрһәтеүсе оло йөрәкле яҡташыбыҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр: Фәхриева Оксана Петровна, Ленинград өлкәһенең Дуҫлыҡ йорто ҡарамағындағы башҡорт интерактив музейы директоры; Ҡасимов Руслан Хәбибулла улы, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Эшҡыуарҙар советы рәйесе. Шулай уҡ әүҙемселәрҙән бер төркөм Рәхмәт хаттары һәм Башҡортостандың ведомство наградалары менән бүләкләнде. Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы