Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәш офицерға – Суворов миҙалы!

“Беҙҙең яҡташыбыҙ, Рәсәй Һауа-йыһан көстәре офицеры Денис Исмәғилев махсус хәрби операция зонаһында батырлыҡ күрһәткәне өсөн Суворов миҙалы менән наградланды”, – тип ғорурланып хәбәр итә “Салауат ерендә” гәзите. Яҡташыбыҙ хәрби хеҙмәтте авиация комплексының вертолет полктарының береһендә легендар КА-52М “Аллигатор”ҙа инженер булып хеҙмәт итә. Денис Малаяҙ башҡорт гимназияһын тик "бишле" билдәләренә, аҙаҡ Өфө дәүләт авиация техник университетын һәм хәрби уҡыу үҙәген ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Йәш офицер махсус хәрби операция башланғандан алып Ватан һағында. Яңыраҡ уға 25 йәш тулды. Беҙ батыр яҡташыбыҙға иҫәнлек, һаулыҡ теләп, оло наградаһы менән ҡотлайбыҙ! Фото: ”Салауат ерендә” гәзите.