“Башҡортостан” гәзите инде икенсе йыл рәттән Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсын ойошторҙо. Унда республиканың иң шәп ауыл биләмәһе башлыҡтары көс һынаша. Быйыл был конкурста I урын яулаған Стәрлебаш районының Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнур Ғәлинур улы Һөйәрғоловты барып ҡотланыҡ. Был сарала Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Камил улы Рахманғолов, район Советы секретары Айгөл Рим ҡыҙы Мосаҡаева ҡатнашты. Рөстәм Камил улы гәзит ойошторған был конкурсты юғары баһаланы һәм уның еңеүселәрен Өфөгә саҡырып бүләкләргә тигән тәҡдим индерҙе. Шулай уҡ ул Илнур Һөйәрғоловтың эшен юғары баһалап: “Илнур Ғәлинур улы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эшләһә лә, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ”, – тине. Еңеүсе тураһында мәҡәлә гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Автор фотолары.