12 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Төҙөлөш сәғәте»н үткәрҙе. Унда Федераль биләмәләрҙе үҫтереү фонды вәкилдәре ҡатнашты. Көн тәртибендә өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү мәсьәләләре ҡаралды. 2023 йылдың июль башына төбәктә уларҙың дөйөм һаны – 2,2 мең кеше. Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артём Ковшов йыл башынан алып «оҙайлы төҙөлөш» берҙәм реестрынан 11 объектты алып ташлауҙары хаҡында хәбәр итте. Исемлектә тағы 31 проблемалы йорт бар. Өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла. Мәҫәлән, 12 объект республика иҫәбенә төҙөлөп бөтөп килә. Уларҙа 1,3 мең кеше торлаҡ аласаҡ. Атап әйткәндә, һүҙ Өфөләге «Госстрой» компанияһы һәм «Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ комплексы йорттары хаҡында бара. Йәнә 11 йорттоң өлөшсөләре – «Башинвестдом» компанияһынан һәм Өфө районының «Миловка паркы» торлаҡ комплексынан торлаҡ һатып алған 388 кеше федераль Территорияларҙы үҫтереү фондынан аҡсалата компенсация