26 июлдән 28-енә тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында IV Халыҡ-ара «Аҡыллы ҡала - Аҡыллы ил» форумы үтә. Форумдың төп маҡсаты – бизнес менән властың тура диалогын тәьмин итеү. Форум эшендә власть органдары, дәүләт корпорациялары вәкилдәре, ҙур тармаҡ ассоциациялары һәм союздары етәкселәре, шулай уҡ бизнес вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Эшлекле программа биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлтелгән актуаль трендтарға һәм технологик инновацияларға арналған. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттары менән таныштыра һәм Рәсәй, халыҡ-ара эксперттар менән дәүләт, муниципаль идара итеү, төҙөлөш һ.б. һанлы трансформация өлкәләрендә тәжрибә уртаҡлаша ала. Иң яҡшы ҡарарҙар, ғәҙәттәгесә, форум сиктәрендә үтәсәк тармаҡ-ара күргәҙмә экспозицияһында тәҡдим ителәсәк. Сарала ҡатнашыусылар өсөн бай эшлекле һәм мәҙәни программа ҡаралған. «Аҡыллы ҡала» проекты Рәсәй Төҙөлөш министрлығы менән 2018 йылдан «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» һәм «Һанлы иҡтисад» милли проекттары сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт һәм теркәлеү - сайтта.