Яратҡан йырсыбыҙ Хәниә Фәрхиҙең үлеүенә июль аҙағында алты йыл тула. Тик ул халыҡ күңелендә мәңге йәшәйәсәк. Күптән түгел “Татар эстрадаһы” төркөмөндә уның ҡыҙы Әлиә менән эшләнгән интервью донъя күрҙе. Шунан һеҙгә лә өҙөк килтерәбәҙ. – Әлиә, әсәйегеҙҙе һуңғы юлға оҙатҡанда күҙҙәрегеҙҙән йәш сыҡмауы күптәрҙе ғәжәпләндергән. “Шул тиклем сабыр икән”, – тиеүселәр ҙә, “Һуңғы арала әсәһе менән мөнәсәбәттәре һалҡынайған булдымы икән” – тигәндәр ҙә булды. – Әсәйҙе оҙатҡан саҡта мин түгел, ә уның һеңлеһе һуңғы һүҙ әйтергә тейеш ине. Тик уның хәле ауырайып китте лә, мин әйттем. Алһыу бер туҡтауһыҙ илай, атайға ла бик ҡыйын... Кемдер көслө булырға тейеш бит!? Миндә бәләкәй саҡта яуаплылыҡ хисе бар. Ҡайҙа ғына булһам да, яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә ала торған ғәҙәтем бар. Унда кешегә минең илап тороуым кәрәк инеме икән? Юҡ, улар бит минең күҙ йәшемде күрергә теләмәне. Үҙемде ҡулға алдым, төшөнкөлөккә бирелергә ваҡыт та булманы. Унан һуң, мин бит өс бала әсәһе. Өсөһө лә күҙемә ҡарап тора. Саҡ ҡына кәйеф