Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Заявкалар ҡабул ителә

26-28 июлдә Өфөлә үтәсәк IV Халыҡ-ара «Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил» ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы трансформациялау форумына заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Форумдың стратегик маҡсаты - бизнестың төп дәүләт көйләүселәре һәм заказсылары менән туранан-тура диалог аша төп ынтылышлы маҡсаттарҙы һәм уларға өлгәшеү юлдарын билдәләү. 50-нән ашыу ил вәкилдәре форумдың эшлекле программаһында ҡатнашыуға саҡырыу алды. Эшлекле программаға ярашлы яһалма интеллект һәм пилотһыҙ осоу системаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса эш төркөмдәренең ултырыштары үтәсәк. Кеше ағымы һәм универсаль хеҙмәттәр мәсьәләләре айырым темалар булараҡ ҡараласаҡ. Форумда Рәсәй Хөкүмәте һәм төбәктәре, тармаҡ, төбәк һәм урындағы дәүләт власы органдары, дәүләт корпорациялары етәкселәре, ҙур тармаҡ ассоциациялары һәм союздары етәкселәре, шулай уҡ бизнес вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Форум хаҡында тулы мәғлүмәт менән сараның рәсми сайтында танышырға мөмкин. Фото: bashgazet.ru