Әгәр ветеран яңы эш табырға һәм ҡайтанан уҡырға теләй икән, ярҙам һорап, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Фондтың социаль координаторҙары: - халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә консультация алырға - ҡайтанан уҡыу һәм квалификация күтәреү мәсьәләләренә асыҡлыҡ индерергә - һайлаған һөнәр буйынса ҡайтанан уҡыуға йүнәлтмә алырға - эшкә урынлашырға ярҙам итәсәк. Фондтың Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: 9.00 - 18.00, телефон: + 7 (347) 268 – 01 – 02. Бында социаль хеҙмәттәрҙән файҙаланыу, хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы алыу һәм башҡалар өсөн кәрәкле документтар тупларға була. Тағы ла түбәндә һанап үтелгән ярҙам күрһәтелә: - мохтажлыҡ кисергән махсус хәрби операция ветерандарына, һәләк булған (мәрхүм) ветерандарҙың ғаилә ағзаларына бушлай юридик ярҙам; - психолог-терапевт ярҙамы; - дарыуҙар, медицина изделиелары (шул иҫәптән Рәсәйҙә теркәлмәгәндәре), реабилитация эштәренең, техник реабилитация сараларының, инвалидҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең федераль исемлегенә инмәгән техник реабилитация саралары, шул иҫәптән юғары функциялы протездар һәм протез-ортопедия изделиелары менән тәьмин итеү; - медицина реабилитацияһы, паллиатив медицина ярҙамы, шифахана-курорт дауалауы, йортта (оҙаҡ ваҡыт) тәрбиәләү буйынса хеҙмәттәр алыуға булышлыҡ итеү; - документтар юллауҙа (тергеҙеүҙә) ярҙам күрһәтелә. Ентеклерәк мәғлүмәт менән «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалының рәсми сәхифәһендә танышығыҙ. Яҙылығыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ! #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Махсус хәрби операция ветераны яңы эш табырға теләһә...
12 июля 202312 июл 2023
1 мин