Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Документты өйҙән дә тапшырып була

Баш ҡалалағы юғары уҡыу йортона инергә теләйһегеҙме? Йәки икенсе ҡалала урынлашҡан университетҡамы? Һеҙҙең менән юғары уҡыу йорто араһында нисә саҡрым булыуы мөһим түгел. Күңелегеҙгә оҡшағанын һайлағыҙ һәм документтарығыҙҙы онлайн тапшырығыҙ! 20 июндән 126 мең абитуриент «Вузға онлайн уҡырға инеү» порталы аша университеттарға ғариза яҙған. Бындай уңайлы сервис «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә булдырылған. Бында барыһы ла ябай: - ғариза тултырырға; - юғары уҡыу йортон, шунан һуң кәрәкле йүнәлеште һайларға; - өҫтөнлөклө рәүештә 5 уҡыу йортон билдәләргә; - ташламаға хоҡуҡ биргән грамоталар йәки документтарҙы беркетергә; - документтарҙы ебәрергә! Иғтибар! Ҡайһы бер уҡыу йорттарында өҫтәмә ҡабул итеү имтихандары бар, уларға яҙылырға онотмағыҙ. 25 июлгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ - ҡабул итеү кампанияһы шул көндә эшен йомғаҡлай.