Бының өсөн мотлаҡ медицина страховкаһы полисы, поликлиникаға беркетелеү һәм www.gosuslugi.ru порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы кәрәк. Табипҡа нисек яҙылырға?- Үҙегеҙҙең иҫәп яҙмаһына инеп, яҙылыу битенә инегеҙ https://vk.cc/ceL7g3- шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе тикшерегеҙ- поликлиниканы, белгесте һәм ҡабул итеү ваҡытын һайлағыҙ. Ни өсөн яҙылып булмай?Сәбәптәрҙең бер нисәү булыуы ихтимал: полисығыҙҙың ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән, яҙылыу өсөн буш урындар юҡ, тултырылған мәғлүмәттәрҙә хата киткән йәки сервистағы етешһеҙлек.Табипҡа яҙылыу өсөн буш урындар булмағанда, оператор йәки теркәүсе пациентҡа "сиратҡа" баҫырға тәҡдим итә, буш урын килеп сыҡҡанда регистратура хеҙмәткәре пациентты табипҡа яҙа һәм уға телефон аша хәбәр итә.Әгәр исемлектә миңә кәрәкле табип булмаһа?Тимәк, ул врачҡа һеҙҙе терапевт ҡына яҙҙыра ала, унан башлағыҙ."Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты ярҙамында медицина хеҙмәттәренең сифаты яҡшыра. Медицинала яңы технологиялар ғәмәлгә индерелә, табиптар квалификацияһын күтәрә, ә дауаханала