Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тәрбиәселәргә – 30 һәм 50 мең һумлыҡ премиялар!

«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсында еңеүселәргә премиялар түләнәсәк. Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә «Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсы һәм ошо бәйге барышында ойошторолған «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә уҡытҡан йыл педагогы» конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына премия түләү тәртибе һәм шуға ҡағылышлы положение әҙерләү мәсьәләһе ҡаралды. - Был конкурс 2012 йылдан башлап үткәрелә һәм балалар баҡсаларының педагогик хеҙмәткәрҙәре араһында иң популяр һәм абруйлыларҙың береһе булып һанала. Иң яҡшы педагогтарға һәм тәрбиәселәргә ярҙам итеү маҡсатында республика Башлығы Указы менән быйылдан башлап еңеүселәргә һәм лауреаттарға ун премия булдырылды. Ошо маҡсатта республика бюджетынан йыл һайын 340 мең һум аҡса бүлеү күҙаллана, - тип билдәләне Андрей Назаров. Түләүҙәрҙе биреү тәртибе тураһында тулыраҡ итеп республиканы

«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсында еңеүселәргә премиялар түләнәсәк. Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә «Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсы һәм ошо бәйге барышында ойошторолған «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә уҡытҡан йыл педагогы» конкурсы еңеүселәренә һәм лауреаттарына премия түләү тәртибе һәм шуға ҡағылышлы положение әҙерләү мәсьәләһе ҡаралды. - Был конкурс 2012 йылдан башлап үткәрелә һәм балалар баҡсаларының педагогик хеҙмәткәрҙәре араһында иң популяр һәм абруйлыларҙың береһе булып һанала. Иң яҡшы педагогтарға һәм тәрбиәселәргә ярҙам итеү маҡсатында республика Башлығы Указы менән быйылдан башлап еңеүселәргә һәм лауреаттарға ун премия булдырылды. Ошо маҡсатта республика бюджетынан йыл һайын 340 мең һум аҡса бүлеү күҙаллана, - тип билдәләне Андрей Назаров. Түләүҙәрҙе биреү тәртибе тураһында тулыраҡ итеп республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне. Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһын алыуға «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы» һәм «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә уҡытҡан йыл педагогы» конкурстары еңеүселәре һәм лауреаттары булған Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының педагогик хеҙмәткәрҙәре дәғүә итә ала. Премиялар түбәндәге күләмдә билдәләнә: - Башҡортостан Республикаһы Башлығының 50000 һум күләмендәге 1 премияһы - «Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика һөнәри конкурсы еңеүсеһенә; - Башҡортостан Республикаһы Башлығының 30000 һум күләмендәге 4 премияһы – «Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» республика профессиональ конкурсы лауреаттарына; - «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә уҡытҡан йыл педагогы» республика конкурсы еңеүсеһенә – Башҡортостан Республикаһы Башлығының 50000 һум күләмендәге 1 премияһы; Башҡортостан Республикаһы Башлығының 30000 һум күләмендәге 4 премияһы - «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә уҡытҡан йыл педагогы» республика һөнәри конкурсы лауреаттарына. Бөгөнгө көнгә министрлыҡ тарафынан республика Башлығы премияларын түләү тәртибен регламентлаусы ҡарар проекты әҙерләнгән. Фото: markdown.memory.com