Өфө ҡалаһының Миграция хеҙмәте Луганск Халыҡ Республикаһының Коррекция мәктәп-интернатына һәм Балалар йортона ҙур күләмле гуманитар ярҙам ебәрҙе. Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙар штабынан ирекмәндәр йөктө тапшырған. Йәш гвардиясылар ирекмәндәр тураһында документаль фильм төшөргән. Хеҙмәттәшебеҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Юля балалар менән әңгәмәләшкән, улар бик ихлас аралашҡан. Отец Виктор етемдәр алдында үҙенең йырҙарын башҡарған. – Тәрбиәсенән балалар араһында бөгөн тыуған көнө булғандар бармы, тип ҡыҙыҡһындым. Ул һәр саҡ ишеккә ҡараған һәм кемделер көткән кеүек тойолған Катяға күрһәтә. Эйе, ул ысынлап та ата-әсәһен көткән, улар бына хәҙер килеп инер тип... Күп уйлап тормайынса, тыуған көнөн билдәләгән ҡыҙҙы ҡотлап, уға йыр бүләк иттек. Был йырға барлыҡ 47 бала ла ҡушылды. “Бөтәһенә лә бәхет теләйбеҙ. Балаларға ярҙам иткәндәргә ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм”, – тип уртаҡлаша балалар менән осрашыуҙа булған хеҙмәттәшебеҙ. Фото: дуҫтарҙан.
Катя ишектән күҙҙәрен алмайынса ата-әсәһен көткән...
12 июля 202312 июл 2023
1
~1 мин