Белорет районының Үҙән урмансылығында өҫкө урман янғынын туҡтатыуға өлгәшкәндәр. Был хаҡта ваҡиға урынында булған республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итте. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, көслө ел арҡаһында тәүлек эсендә ут ағастарҙың башына күсә һәм көслөрәк тарала, янғын 320 гектар майҙанды биләп алды. Яҡындағы Аҙнағол һәм Ҡатарыш ауылдарына ут таралыу ҡурҡынысы килеп тыуа. Шуға күрә районда Ғәҙәттән тыш хәл режимын индерергә ҡарар ителә. – Әле беҙ вертолеттан төшөп торабыҙ, осош яһаныҡ. Төтәп ятҡан һәм асыҡ ут сығанаҡтары бар, янғын ерҙән бара. Шуға ҡарамаҫтан, тынысланырға иртә, сөнки бөгөн йәнә ел көслө иҫә, - тип билдәләне урман хужалығы министры. Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренсә, урман янғынында кемдеңдер ҡыҫылышы юҡ, сөнки сығанаҡ туристар булмаған тайгала урынлашҡан. Янғын башланған көндә йәшенле ямғыр яуған, унан һуң Белорет районында бер үк ваҡытта өс усаҡ асыҡланған: икәүһе – Үҙән урмансылығы кварталында һәм береһе – Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында. Хәҙер янғын
Өҫкө урман янғыны туҡтатылған, әммә тынысланырға иртә
12 июля 202312 июл 2023
1 мин