Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтың БР буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн авиаразведка үткәргәндән һуң вертолет һәм пилотһыҙ аппараттар ярҙамында янғынды һүндереү буйынса ике төркөм ойошторорға ҡарар ителгән. Тәүге төркөмдә – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы 45 хеҙмәткәр, һигеҙ урмансы, биш ирекмән, дүрт ағас бысыусы, алты ағас ҡырҡыусы, шулай уҡ ике бульдозер, автоцистерна бар. Янғындың төньяҡ-көнбайыштағы өлөшөндә бульдозерҙар һәм башҡа ҡорамалдар ярҙамында ер һыҙаты һөрөлгән. Башҡарылған эштәрҙән һуң әлеге участкала хәл тотороҡланған, Аҙнағол ауылы халҡына янаған хәүеф кәмегән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡарамағындағы 30 хеҙмәткәр был йүнәлештән икенсе төркөмдө көсәйтеүгә йүнәлтелгән. Икенсе төркөмдә – 15 урмансы, дүрт ағас бысыусы, алты ағас йығыусы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан 44 хеҙмәткәр, өс автоц