26-28 июлдә Өфөлә үтәсәк IV Халыҡ-ара "Аҡыллы ҡала. Аҡыллы Ил" форумы делегаттарына сарала ҡатнашыуҙың яңы форматтары – Башҡортостан Республикаһының алдынғы тәжрибәһе менән танышыу өсөн майҙансыҡтарға барыу тәҡдим ителә. Форумдың нуленсе көнөндә – 25 июлдә ҡатнашыусыларға иң яҡшы тәжрибәләр менән танышыу мөмкинлеге бирелә. Алдан яҙылыу буйынса, түбәндәге майҙансыҡтарға барырға мөмкин: - Энергетика һәм ҡала хужалығы блогында - Бөтә эштәр комплексын үтәргә мөмкинлек биргән махсус ҡорамалдар менән диспетчер пунктының Селтәр менән идара итеү үҙәге буйлап экскурсия; - Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү блогында – Республикаға идара итеү үҙәгенә барыу һәм "Башҡортостан Республикаһында ҡаты ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы мониторинглау системаһы" дәүләт мәғлүмәт системаһының, шул иҫәптән дашбордтың мәғлүмәт панеленең, "йылылыҡ картаһы"ның эшмәкәрлеге менән танышыу; - Фән һәм мәғариф блогында - "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәгенә – заман талаптарына яуап биргән, һәләтле балаларҙы артабан үҫтереү һә