Бөтә илдән 600 дәғүәсене уҙып, “Инмаш” концерны (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Абдумалик Рәхимов “Йыл йәш сәнәғәтсеһе” премияһына лайыҡ булған ун еңеүсенең бишенсеһе булды. Йомғаҡ яһау һәм бүләкләү тантанаһы Екатеринбургта ИННОПРОМ-2023 халыҡ-ара күргәҙмәһендә уҙҙы. Сәнәғәт өлкәһендә Рәсәй наградаһын ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров тапшырҙы. Премияны Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ярҙамында “Йәш сәнәғәтселәр клубы” төбәк-ара союзы ойоштора. – Клубта ҡатнашыусылар даирәһе йылдан-йыл киңәйә. Беҙ был форматты биш йыл элек алты кешенән башлағайныҡ, хәҙер улар - 97. Ләкин ҡатнашыусылар артында торған, улар етәкләгән компанияларҙа, проекттарҙа эшләгән кешеләр һаны мөһимерәк. Һеҙҙең һәм коллегаларығыҙҙың 12 меңдән күберәк хеҙмәткәре – уникаль капитал, уны алдынғы продукттарға һәм технологияларға тупларға мөмкин һәм кәрәк. Әйҙәгеҙ, нимәлә ярҙам итә алыуыбыҙҙы ҡарап сығайыҡ. Башлыса бының өсөн кл