Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төбәк етәксеһенең указдары менән генерал Шайморатовтың орден һәм миҙалдары менән мобилизацияланғандар һәм доброволецтарҙың хәрби хеҙмәттәре билдәләнде, улар әле тыуған төйәгенә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Радий Хәбиров уларға тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте һәм республиканың хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәген белдерҙе. – Бөгөн залда Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондың, “Барс” отрядтарының хәрби хеҙмәткәрҙәре һәм мобилизацияланғандар бар. Һеҙ әле фронт һыҙығында Тыуған илебеҙ, тыныс тормошто тергеҙеү өсөн алышҡан, ышанып тапшырылған участкаларҙа яуаплы эштәр башҡарған меңәрләгән яҡташыбыҙ өсөн илһамландырғыс миҫал булып тораһығыҙ. Республика һеҙҙең менән ғорурлана. Яугирҙәребеҙ ныҡышмаллығы, яралыларҙы ҡотҡарыуы, тыныс кешеләрҙе хәстәрлек күреүе менән ысын мәғәнәһендә ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙыра, – ти