“Аҡыллы ҡала – Аҡыллы ил” ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы трансформациялау IV халыҡ-ара форумы, “Аҡыллы ҡала” проекты сиктәрендә 26-28 июлдә Өфөлә “Аҡыллы ҡала.Беҙҙең киләсәк” II Бөтә Рәсәй йәштәр форумы уҙғарыла. "Бөгөн киңлектәрҙең архитектураһы үҙгәрә, алдынғы экосистемалар булдырыла, улар йәшәү сифатының яңы стандарттарын барлыҡҡа килтерә. Был ижади эштең төп маҡсаты – ҡалаларыбыҙҙы уңайлыраҡ итеү. Форумда ҡатнашыусыларҙың йөкмәткеле дискуссияһы, власть, бизнестың асыҡ диалогы аҡыллы ҡалаларҙың үҫешенә булышлыҡ итер", - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Форумда ҡыҙыҡлы программа, интерактив зоналар, алдынғы инновациялы ҡарарҙар экспозицияһы көтөлә. Ике көн дауамында үҙеңде күрһәтергә, шулай уҡ эксперттарҙан файҙалы мәғлүмәт алырға мөмкин. “Аҡыллы ҡала” ҡала хужалығын һанлаштырыу ведомство проекты “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Былтыр “Аҡыллы ҡала”ның яңыртылған стандарты раҫланды. Уға 18 тематик блок инде, шул иҫәптән мәҙәниәт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау менән бәйлеләре. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.