Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Өфө-Бөрө-Яңауыл трассаһын төҙөкләндереү дауам итә. Эштәр Благовещен, Бөрө һәм Борай райондарында алып барыла. 2023 йылда дөйөм оҙонлоғо 22 километрлыҡ туғыҙ участканы ремонтлау күҙаллана. – Өфө - Бөрө - Яңауыл трассаһы – Башҡортостандың терәк селтәренә инә. Был юл республиканың төньяҡ райондарын Башҡортостандың баш ҡалаһы менән бәйләй, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. – Шулай уҡ был йүнәлештә халыҡтың ялы өсөн матур урындар, изге ерҙәр һәм башҡа иҫтәлекле урындар урынлашҡан. Бөгөнгө көндә юлсылар иҫке юл япмаһын ҡутарып ала. Эштәр сиктәрендә тигеҙләү ҡатламы һәм ҡаплама һалыу, шулай уҡ юл ситтәрен нығытыу һәм юлдың горизонталь тамғаһын һыҙыу ҡаралған. 2023 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә бөтәһе 74 километр самаһы төбәк терәк селтәрен норматив хәлгә килтереү күҙаллана. Билдәле булыуынса, "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.