Башҡортостанда, быйылғы ҡоролоҡ сәбәпле үлән әллә ни күтәрелмәһә лә, ауыл хужалығы тармағында бесән әҙерләү менән әүҙем шөғөлләнәләр. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 174 мең тонна бесән һәм 494 мең тонна сенаж йыйып алынған. Мал аҙығын әҙерләүҙә Стәрлетамаҡ районы алдынғылыҡты биләй, унда бесән запасы 51 мең тонна тәшкил итә. Икенсе урынды Саҡмағош биләй, улар 42 мең тонна мал аҙығы әҙерләгән. Өсөнсөлә - Дүртөйлө һәм Илеш райондары, уларҙа 39 мең тонна бесән һәм сенаж әҙер. Сенаж һалыу өсөн хужалыҡтар, ғәҙәттә, борсаҡ, люцерна, клевер, йәшел иген массаһы ҡуллана. Бөгөнгә яҡынса 290 мең гектар майҙанда бесән сабып алынған. Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.