Августа Баймаҡ районындағы Граф күле буйында ”Башҡорт аты” халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале уҙа. Сара йылҡысылар, ошо өлкәләге белгестәр, ғалимдар, биҙәү-ҡулланма ижад оҫталары, һөнәрселәр, рәссамдар, халыҡ ижады коллективтары, фольклорсылар, этнографтар, спорт ярыштарында ҡатнашыусылар һ.б. өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ. Әгәр ҙә һеҙ улар иҫәбенә инһәгеҙ, яратҡан эшегеҙ менән ун йылдан ашыу шөғөлләнһәгеҙ, www.bashkort-aty.ru сайтында теркәлеү үтә алаһығыҙ. Фестивалдең маҡсаты булып төбәктә йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү, халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу, уларҙы популярлаштырыу тора. Геолокация: 52.6493197, 58.3256030 Махсус ойошторолған маршрут автобустарында Баймаҡтан Граф күленә тиклем барып етергә мөмкин. Уларҙың араһы - өс саҡрым. Үҙ машинаһында барғандарға туҡталҡа ҡаралған, маршрут буйынса күрһәткестәр ҙә ярҙамға киләсәк: – Сермән - Баймаҡ автотрассаһы: Темәс ауылы аша – Түбә ауылы – Иҫән ауылы – Граф күле; – Сермән - Баймаҡ автотрас