Финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара олимпиаданың юғары уҡыу йорто этабында ҡатнашыуға төрлө илдрҙән 24600 мәктәп уҡыусыһы һәм студент теркәлгән. Олимпиаданың тәүге һынауҙары тамамланған, һайлап алыу стадияһында Рәсәйҙән 8643 студент, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр илдәренән – 2878, алыҫ сит илдәрҙән 638 вәкил ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, август айында Рәсәйҙән 12441 мәктәп уҡыусыһы үҙ-ара көс һынашасаҡ. “Мәғариф” милли проекты (национальный проект "Образование") сиктәрендә уҙғарылған олимпиаданың финал этабы көҙ “Сириус” майҙансығында уҙғарыла. Ҡатнашыусыларҙы тест эштәре, эксперттар һәм эш биреүселәр менән осрашыуҙар, спорт саралары, семинарҙар, праткикумдар, оҫталыҡ дәрестәре, ижади осрашыуҙар көтә. Финанс хәүефһеҙлеге буйынса олимпиада еңеүселәре юғары уҡыу йорттарына, магистратураға, йәки аспирантураға профиль йүнәлешкә уҡырға ингәндә льготалар менән файҙаланасаҡ. Шулай уҡ финанс өлкәһендә үҙе теләгән эште табыу мөмкинлеге лә бар. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: gtrk.tv