Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан менән "АМКОДОР" йәнә килешеү төҙөнө

Башҡортостан Хөкүмәте төбәк биләмәһендә игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу шарттары тураһында инвестиция килешеүе төҙөнө. Проектты Белоруссияның “АМКОДОР” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, 1,05 миллиард һум аҡса инвестициялаған, 250-нән ашыу яңы эш урыны булдырған күп профилле машиналар эшләү холдингы тормошҡа ашыра. Һалынған аҡсаның дөйөм күләме 2,5 миллиард һумға баһалана, шуның 1,4 миллиард һумын Башҡортостан һала. Документҡа 2023 йылдың 10 июлендә Екатеринбургта башланған Халыҡ-ара ИННОПРОМ 2023 сәнәғәт күргәҙмәһе сиктәрендә ҡул ҡуйылды. – “Өфө” индустриаль паркында игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн машиналар етештереү буйынса завод төҙөлөшө тамамланды ла инде, барыһы ла планға ярашлы бара. Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү инвесторға дәүләт ярҙамы сараларын алыуға хоҡуҡ бирә. Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары республика программаһында ҡатнашыу һалым льготалары алырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ яңы предприятиеға

Башҡортостан Хөкүмәте төбәк биләмәһендә игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу шарттары тураһында инвестиция килешеүе төҙөнө. Проектты Белоруссияның “АМКОДОР” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, 1,05 миллиард һум аҡса инвестициялаған, 250-нән ашыу яңы эш урыны булдырған күп профилле машиналар эшләү холдингы тормошҡа ашыра. Һалынған аҡсаның дөйөм күләме 2,5 миллиард һумға баһалана, шуның 1,4 миллиард һумын Башҡортостан һала. Документҡа 2023 йылдың 10 июлендә Екатеринбургта башланған Халыҡ-ара ИННОПРОМ 2023 сәнәғәт күргәҙмәһе сиктәрендә ҡул ҡуйылды. – “Өфө” индустриаль паркында игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн машиналар етештереү буйынса завод төҙөлөшө тамамланды ла инде, барыһы ла планға ярашлы бара. Бөгөн ҡул ҡуйылған килешеү инвесторға дәүләт ярҙамы сараларын алыуға хоҡуҡ бирә. Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары республика программаһында ҡатнашыу һалым льготалары алырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ яңы предприятиеға индустриаль парк резидентына тейешле бөтә ташламалар күрһәтеләсәк, ә Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды проектты тормошҡа ашырыу өсөн льготалы займ алыуға булышлыҡ итәсәк, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Яңы предприятие ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе илебеҙҙә етештерелгән заманса юғары сифатлы техника менән тәьмин итәсәк. Бынан тыш, завод базаһында фәнни-техник үҙәк ойоштороласаҡ, ә Өфөнөң Октябрь районында белорус партнеры ауыл хужалығы, коммуналь һәм башҡа техниканы хеҙмәтләндереү буйынса производство-сервис үҙәген төҙөй. Фото һәм текст сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.