Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ошо ярҙамды үтенеп һорап 152 бала килгән

Башҡортостанда, былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, суицидтар һаны кәмегән. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аңлатыуынса, был ошо бәләне алдан иҫкәртеү эшенең әүҙемләшеүенә бәйле. Бөгөн республикала суицид күренештәрен иҫкәртеү эшмәкәрлеге менән психотерапия хеҙмәте шөғөлләнә, ундай бүлектәр 38 медицина ойошмаһында бар. Унан тыш, 39 медик-психологик консультация кабинеты эшләп килә. Республика клиник психотерапия үҙәге көн һайын суицид ғәҙәтенә бирелеүсән бәлиғ булмаған балаларға консультация, амбулатор һәм стационар ярҙам күрһәтә. Йыл башынан ошондай ярҙам һорап белгестәргә 152 бала мөрәжәғәт иткән. Медицина психологтары балалар һәм үҫмерҙәр төркөмдәре өсөн психокоррекция дәрестәре лә үткәрә. Бындай семинарҙарҙы педагогтар өсөн дә ойошторалар. Фото: “Башинформ”.