М-5 федераль трассаһындағы Көнсығыш сығыу юлы эргәһендәге юл участкаһына асфальт һалыу башланыуы тураһында хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов һүҙҙәренә ҡарағанда, Көнсығыш сығыу юлының техник әҙерлеге бөгөнгә 71 процент тәшкил итә. Объектта эштәр әүҙем бара: 2,6 мең кеше һәм 350 берәмек техника йәлеп ителгән. Июнь айында үҙҙәренең асфальт бетон заводын эшләтеп ебәргәндәр, уның ҡеүәте сәғәтенә 320 тонна ҡатышма етештереүгә тиң. Көнсығыш сығыу юлында барлығы 138 мең тонна асфальт һалыу планлаштырыла. Белгестәр уның иң юғары стндарттарға яуап биреүен билдәләй. Әлеге айҙа Өфө йылғаһы аша күперҙә гидроизоляция ҡуйыуға тотонасаҡтар. Бынан һуң юлсылар юл япмаһын һала башлай. Көнсығыш сығыу юлы – оҙонлоғо 1,2 километрлыҡ тоннель участкаһы, оҙонлоғо 2,7 километрға тиң Өфө йылғаһы аша эстакада менән күпер үткәүеле һәм М-5 “Урал” федераль трассаһына сығыуға көйләнгән 10 километрлыҡ автомобиль юлы. Уны төҙөү “Хәүефһеҙ сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") буйынса алып барыла. Төп маҡсаттарҙың береһе – төбәк тәғәйенләнешендәге талаптарға ярашлы автомобиль юлдары өлөшөн арттырыу. Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. Фото: "Башинформ".