Ир менән ҡатын бер мәл өйҙә һуған юғалыуына иғтибар итеп, аптырап ҡала. Алалар, ә ул ҡайҙалыр юҡ була... Күҙәтә башлағас, шул асыҡлана: баҡһаң, ете йәшлек ҡыҙҙары һуғанды сүп биҙрәһенә ташлай икән. “Ниңә улайтаһың?” – тип ғәжәпләнеп һорай атай менән әсәй. Ҡыҙсыҡ байтаҡ ҡына өндәшмәй йөрөй, унан сәбәбен һөйләп бирә. Баланың һүҙҙәренән өлкәндәр баштарын түбән эйә... Ҡыҙ әйтеүенсә, өйҙә әсәһе ике осраҡта илай: ире рәнйеткәндә һәм һуған әрсегәндә. “Әсәйемдең күҙ йәштәрен күргем килмәй, – тип белдерә ул. – Атайға көсөм етмәгәнлектән, һуғанды ташлайым: әсәйемдең илауы аҙға булһа ла кәмеһен тип...” Ғаиләлә ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, иң тәүҙә балаларыбыҙҙың күңелен уйлап, барыһын да тыныс хәл итергә тырышайыҡ. Ул-ҡыҙҙарыбыҙ ут йотоп, ҡурҡып үҫмәһен. Уларҙың да, үҙебеҙҙең дә киләсәгебеҙҙе уйлайыҡ. Балаларыбыҙ бәхетле булһын! Фото: islam.ru