Башҡортостандағы иң ҙур “Өфө” индустриаль паркы үҙнең 10 йыллығы алдынан яңы һулыш алды. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән ул “Алға” махсус иҡтисади зонһының биләмәһенә инде. Был иһә яңы резиденттарға һалым һәм таможня ташламалары тейешле булыуын аңлата. Һуңғы йылдарҙа “Өфө” индустриаль паркы йылдам үҫеш алды: 2019 йылда таҙартыу ҡоролмалары файҙаланыуға тапшырылды, 2020 йылда майҙансыҡ араһындағы юлдар ремионтланды, еңел һәм йөк автомобиле өсөн туҡталыш файҙаланыуға тапшырылды, 2020 йылда парк биләмәһендә 20 мең квадрат метр майҙанда производство комплексы төҙөлә башланы, былтыр ул файҙаланыуға тапшырылды һәм хәҙер унда дүрт резиденттың предприятиелары урынлашты. “Өфө” индструаль паркы 2013 йылдың 8 июлендә булдырылды. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы мәғлүмттәре буйынса, бөгөнгө көндә был паркта 18 резидент һәм ете инфраструктура файҙаланыусыһы иҫәпләнә. Парк резиденттары инвестицияһының дөйөм күләме 36, 7 миллиард һум тәшкил итә, 635 эш урындары булдырылған, планда тағы ла 800 урын барлыҡҡа киләсәк. - Парк эшләгән осорҙа сәнәғәт производство күләме 500 миллион һумдан 15 миллиардҡа тиклем артты. Инвестицияның дөйөм күләменең 50 миллиард һумдан ашыуы күҙаллана, - ти Республика үҫеше корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов. “Өфө” индустрия паркының майҙаны бөгөн 298, 5 гектар майҙанды биләй, әле ул 96 процентҡа тулы. Фото һәм мәғлүмәт: Башҡортостан Үҫеше корпорацияһының матбуғат хеҙмәтенән.