Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Беҙҙең 112 дәүләт менән сауҙа мөнәсәбәте бар

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Екатеринбургта “Иннопром-2023” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында “ФедералПресс” мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе форумда делегацияның эше, шулай уҡ республиканың импортты алмаштырыуҙағы ҡаҙаныштары һәм Башҡортостандың яңы сит ил партнерҙары тураһында һөйләне. – Радий Фәрит улы, инде нисәнсе йыл беренсе планға халыҡ-ара хеҙмәттәшлек темаһы сыға. Хәҙер инде яңы партнёрҙар менән. Уҙған аҙнала Башҡортостанда Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы уҙҙы. Республика үҙенең халыҡ-ара бәйләнештәрен яңы шарттарҙа нисек үҫтерә? Ниндәй илдәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырырға теләйһегеҙ? Һеҙ кемдәргә күҙ һалаһығыҙ? – Әлбиттә, хәҙер беҙ билдәле бер өлөштә партнерҙарҙы алмаштырабыҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер мәғәнәлә һеҙҙе аптырата алам. Әгәр төп тышҡы сауҙа партнёрҙарыбыҙҙың тәүге унауһын алһаҡ, унда Нидерландтар, Литва һәм Финляндияны табырһығыҙ. Йәғни, улар бер ни менән дә һатыу итмәйәсәкбеҙ һәм бер ни менән дә алмаша алмаясаҡбыҙ тиһәләр ҙә, был процестар теге йәки был ысул менән бара. Яңы үҫеш нөктәләре барлыҡҡа килә. Әйләнештең бик ҙур күләме – Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән. Беҙ рекордлы 1,5 миллиард доллар самаһына еттек. Бында импорт һәм экспорт кимәле юғары. Бынан тыш, беҙ, сәйәси ваҡиғаларҙы иҡтисади бәйләнештәр менән бәйләмәйенсә, дуҫтарса ниәтләгән һәм беҙҙең менән эшләргә әҙер партнёрҙар эҙләйбеҙ. Мәҫәлән, Беларусь Республикаһында күп кенә көнбайыш компанияларына һатып алыуҙар йәһәтенән дә, инвестициялар йәһәтенән дә лайыҡлы алмаш таптыҡ. Был беҙҙең өсөн иң мөһим партнёрҙарҙың береһе. Үзбәкстан менән эштәр бик шәп бара. Улар беҙҙең менән эшләргә теләй. Һәр ваҡыттағыса беҙҙең Ҡаҙағстан менән яҡшы мөнәсәбәттәребеҙ бар. Улар менән хеҙмәттәшлекте үҫтерәбеҙ. Рәсәйҙең сауҙа вәкиллектәре структураһында Башҡортостан вәкиллектәре асылған биш дәүләтте билдәләп үтәм. Улар - Ҡытай, Беларусь, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Төркиә. Уларҙың барыһы ла – төп партнёрҙарыбыҙ иҫәбендә. – Ни өсөн Беларусь Башҡортостандың иң мөһим партнёрҙарының береһе булып тора? Һеҙҙе нимәләр бәйләй? – Бәйләнештең төп урындарые – машиналар эшләүҙә. Сөнки тышҡы сауҙа, алмашыу - беҙҙең продукцияны һатыу каналдарының күбеһе һаҡланған. Ҡайҙалыр улар логистика һәм аҡса-финанс иҫәп-хисабында ҡатмарлыраҡ булып китте. Беларусь – машиналар эшләүҙе һаҡлап ҡалған ғына түгел, ә һиҙелерлек арттырған республика. Был беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы. Ябай бер миҫал килтерәм. Башҡортостан – ҙур аграр республика. Элек беҙ күп кенә көнбайыш ауыл хужалығы техникаһы һатып алдыҡ. Улар John Deere, CLAAS шулай уҡ башҡа маркаларҙың комбайндар һәм тракторҙары. Санкциялар шарттарында быларҙың барыһын да белорус техникаһы – Гомель комбайны һәм “Полесье” комбайндары бик яҡшы алмаштырҙы. Унан да бигерәк, белорустар хеҙмәттәшлеккә тауар-аҡса менән алмашыуҙа ғына түгел, инвестицияларға ла әҙер. - Ә беҙ Беларускә нимәлер тәҡдим итә алабыҙмы? – Һис шикһеҙ. Һәр хеҙмәттәшлек – ике яҡлы юл. Беларусь тураһында һүҙ йөрөткәндә, беҙҙең бер нисә станоктар эшләү предприятиеһы туғандаш республика территорияһында эшләй, унда берлектәге предприятиелар булдыра. Станоктар төҙөү тәжрибәһе, Башҡортостандың юғары компетенциялары коллегаларыбыҙ-белорустарға ҡыҙыҡлы. Уларға шулай уҡ беҙҙең нефть химияһы сәнәғәте продукцияһы – каустик һәм кальцийлы сода, шулай уҡ нефтте тәрән эшкәртеү продукттары менән бәйле булған бөтә нәмә ҡыҙыҡлы. Башҡа йүнәлештәр ҙә бар. Мәҫәлән, Беларусь Республикаһында – бик шәп “Коминтерн” предприятиеһы бар, ул ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар костюмдарын тегә. Был компания Башҡортостан биләмәһендә Рәсәйҙә тәүге ваҡлап һатыу магазинын асты. Республикабыҙҙа ла “Коминтерна” фабрикаһын ойоштороу пландарын ҡарайбыҙ. – Ҡытай менән хеҙмәттәшлек тураһында. Белеүемсә, Ҡытай компаниялары, ғәҙәттә, партнёрҙарҙы ентекле һайлай. Артабан тотороҡло хеҙмәттәшлеккә сығыу өсөн Ҡытай менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙе ни тиклем оҙаҡ ойошторҙоғыҙ? – Һеҙ аныҡ ҡылыҡһырлама бирҙегеҙ. Улар, ысынлап та, мөнәсәбәттәрҙе бик уйлап һәм ентекләп һайлай. Был билдәле бер ваҡытты биләй. Әммә һөҙөмтәлә күп яҡлы мөнәсәбәттәр булдырыла. Беҙҙә һатыу-һатып алыу йәһәтенән барыһы ла яҡшы үҫешә. Әле Ҡытай предприятиелары беҙҙә производствоны локалләштереүгә ҡыҙыҡһыныу күрһәтә башланы. Был беҙгә күберәк ҡыҙыҡлы. Ҙур Ҡытай компанияһы – Zoomlion бар. Ул машина эшләү изделиеларының, иң элек, ауыл хужалығы техникаһының 100-ҙән ашыу төрөн етештерә. Улар әле нигеҙләнеү, предприятие төҙөү һәм ауыл хужалығы ҡорамалдары етештерә башлау өсөн үҫеш нөктәләре эҙләй. Шуға күрә беҙ шундай мөмкинлектәр эҙләйбеҙ. Ҡытай бизнесының инвестиция потенциалы юғары. Был ресурс өсөн Рәсәйҙә етди көрәш бара. Был йәһәттән әүҙем булырға тырышабыҙ. Ҡытай менән тауар әйләнешенең рекордлы үҫеше был йәһәттән эштәрҙең һәйбәт барғанын күрһәтте. – Ҡытай ғына түгел, Төркиә лә, башҡа дәүләттәр ҙә инвестициялар менән килер, тип уйлайым. – Ғөмүмән, улар 112 – беҙҙең сауҙа мөнәсәбәттәре булған дәүләттәр. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.