Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Туристар Башҡортостанды ярата

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала белдерҙе: "Быйыл ғинуар –май айҙарында республикаға 861,9 мең кеше килгән. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда был 30 процентҡа күбәрәк. Туристар ағымының һаны буйынса беҙ Волга буйы федераль округында икенсе урында. 2023 йылда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә тармаҡҡа ярҙамға федераль ҡаҙнанан 900 миллиондан ашыу һум аҡса йүнәлтеләсәк. Уның ҙур өлөшө замана туристик инфраструктура булдырыу өсөн файҙаланыла. Республика ҡунаҡтары өсөн гастротурҙар, мәҙәни маршруттар, этно-спелеотурҙар һәм башҡа төрлө ялдар эшләнә. Глэмпинг та әүҙем үҫеш ала. Башҡортостандың туристик тармағы быйыл биш ай эсендә 5 миллиард һумға хеҙмәттәр күрһәткән. Үҫеш 16, 3 процент тәшкил иткән. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты арҡаһында туристар сервис менән ҡулланһа, ойоштороусылар дәүләттән ярҙам ала. Туризм өлкәһендә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә конкурстың тәүге этабы һөҙөмтәләре буйынса субсидияны 46 проект аласаҡ, уның дөйөм суммаһы 155,5 миллион һум тәшкил итә. Икенсе конкурс старт алды. Был маҡсатҡа тағы ла 180 миллион һум йүнәлтеләсәк". фото: Андрей Назаровтың сәхифәһенән.