Июль башында Дәүләкән районының Калиновка ауылы янында урынлашҡан космонавт-һынаусы Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәптә сираттағы смена үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты саҡырыуы буйынса Ростов өлкәһе Обливск районы мәктәбенең ике уҡыусыһы ҡатнашты. Ул белем биреү учреждениеһы Рәсәй Геройы, генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың исемен йөрөтә. Солонецк мәктәбенән Башҡортостанға ҡунаҡҡа Анна Ломоносова һәм Софья Касперович килгән. Уларҙы Башҡортостанда балалар тәрбиәләү һәм йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү буйынса директор советнигы Лариса Дмитриева оҙата. Әйткәндәй, аэрокосмик мәктәпкә мәктәп дисциплиналарын үҙләштереүҙә уңыштарға өлгәшкән, Можайский һәм Гагарин исемендәге олимпиадаларҙа еңеүсе йәки призер булған уҡыусылар ғына эләгә ала. Бөгөн, 11 июлдә, смена тамамланғас, Ростов өлкәһе уҡыусылары Өфөгә килде, уларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты вәкилдәре баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойошторҙо. Шулай уҡ йәш ҡунаҡтар Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Алексей Дербеко, БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева менән осрашты. Сарала йәш шайморатовсылар - Өфө ҡалаһының 128-се мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашты. Осрашыу алдынан уҡыусылар өсөн БР Милли музейы буйлап экскурсия ойошторолдо, унда тыуған төйәгебеҙҙең тарихы, тәбиғәте, башҡорт халҡының этнографик үҙенсәлектәре, халыҡ батыры Салауат Юлаев, солоҡсолоҡ һәм башҡа ғәмәлдәр тураһында ентекләп һөйләнеләр. Легендар генерал, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған залда иһә айырым туҡталып үттеләр. Ростов өлкәһе балалары генералдың хәрби юлы экспозицияһын күреп, унда тыуған ауылдарын табып, уғата йәнләнде, һорауҙар яуҙырҙы, генералдың биографияһы менән ҡыҙыҡһынды, фотоға төштө. Осрашыуҙы асып, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Алексей Дербеко түбәндәгеләрҙе билдәләне: - Һеҙҙең мәктәп ғорур рәүештә Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ, данлыҡлы генерал Шайморатов исемен йөрөтә. Бөгөн дә уның хәрби эшен дауам итеүселәр барлығын - махсус хәрби операцияла әүҙем ҡатнашыусы, Тыуған илебеҙ намыҫын һәм данын яҡлаусын Шайморатов исемендәге батальондың булыуын беләбеҙ. Республикабыҙ һәр йәһәттән уникаль. Башҡортостандың һоҡланғыс тәбиғәте, ихлас кешеләре, ғөмүмән, был сәфәр тураһында иң йылы иҫтәлектәр күңелегеҙҙә һаҡланыр, тип ышанам, - тине Алексей Геннадьевич. Ул Солонецкий мәктәбе коллективын 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһында хәтерҙе һаҡлаған, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡан, тарихи мираҫты һаҡлаған һәм төбәктәр араһында дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытҡан өсөн Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Әлфиә Ғәлиева, генерал Миңлеғәле Шайморатов - үҙ халҡының арҙаҡлы улы, үҙенсәлекле һәм күп яҡлы шәхес, уны артабан өйрәнәһе бар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Ул Бөйөк Ватан һуғышы тарихына тәжрибәле разведчик, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының – илгә 78 Советтар Союзы Геройы һәм биш Дан орденының тулы кавалерын биргән берҙән-бер хәрби берләшмәнең оҫта командиры булараҡ ингән. Миңлеғәле Шайморатовҡа иһә Рәсәй Геройы исеме һәләк булғандан һуң 77 йыл үткәс бирелде. Ләкин кешеләр уның батырлыҡтарын бер ваҡытта ла онотмаған, быуындан-быуынға тапшыра килгән. Былтыр декабрҙә Ростов өлкәһенең Солонецк мәктәбенә М.Шайморатов исеме бирелеүгә арналған тантаналы саралар уҙҙы. Яугир юлы үткән урындарҙа уны хәтерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр. Бөгөнгө осрашыу ҙа шуға миҫал булып тора, - тине Әлфиә Закир ҡыҙы. Балаларҙың Башҡортостан Республикаһына сәфәрен ойоштороусыларҙың береһе, БР Яҙыусылар союзы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, хәрби хәрәкәттәр ветераны, отставкалағы подполковник Мәхмүт Сәлимов Ростов өлкәһендә 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемдәрен һәм ҡәберҙәрен тергеҙеү һәм мәңгеләштереү буйынса эҙләнеү эштәре алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Йыл һайын ун - егерме кеше хаҡында мәғлүмәт табабыҙ. Ә Обливская станицаһы эргәһендә өс меңгә яҡын башҡорт яугиры һәләк булған. Шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙың ҡәберлектәре табылды - уларҙа 5,5 меңгә тиклем ат һөлдәһе ята. Был Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ғәйәт ҙур юғалтыуҙар тураһында һөйләй, шуға ҡарамаҫтан, яугирҙар оборонаны өҙөүгә өлгәшкән. Йыл һайын яугирҙәребеҙҙең хәрби юлынан автоуҙыш үткәрәбеҙ, уларҙы иҫкә алабыҙ. Башҡортостанда ла, Ростов өлкәһендә лә эшебеҙҙе дауам итеүселәр булыуына шатбыҙ, - тине Мәхмүт Сәлимов. Ростов өлкәһе уҡыусылары менән осрашыуға шулай уҡ Миҙхәт Мәмбәтов, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 112-се кавалерия дивизияһы яугиры улы килде. Уның атаһы Әхмәтхан 1942 йылдың декабрендә һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнгән. Эҙәрмәндәр 80 йылдан һуң ғына ул ерләнгән туғандар ҡәберлеген тапҡан. Миҙхәт Әхмәтхан улы атаһы ерләнгән урынға барып, тыуған Башҡортостанына унан бер ус тупраҡ алып ҡайтҡан. – Минең өсөн был осрашыу бик тулҡынландырғыс. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайымды белмәйем, ул һәләк булғанда миңә ни бары ике ай ғына булған. Атайым ерләнгән туғандар ҡәберлеге табылыуына, уны барып күрә алыуыма, иҫтәлеген тергеҙеүемә бик шатмын, - тине Миҙхәт Әхмәтхан улы. Ул Ростов өлкәһе уҡыусыларына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Осрашыуҙан һуң Солонецк мәктәбе уҡыусылары М.М.Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды, В. Альбанов исемендәге музейҙа булды, баш ҡалның иҫтәлекле урындары менән танышты. Лариса Анатольевна Дмитриева, делегация етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостанда улар тәүге тапҡыр килгән. - Тәьҫораттар бик сағыу. Беҙ ойоштороусыларға - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына һәм уның Ростов өлкәһендәге бүлексәһенәошондай мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Лагерҙа ҡыҙҙар бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашты, ә бөгөн улар өсөн ысын байрам ойошторолдо. Беҙ башҡорт халҡының тарихы һәм мәҙәниәте, Өфө ҡалаһы һәм һеҙҙең төбәктең халҡы менән һоҡланабыҙ. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, - тине ул. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.