Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ауыл ипотекаһы"ның күләме артты

“Ауыл ипотекаһы” күләмен ике тапҡырға – 3-тән 6 миллион һумға тиклем арттырғандар. Был хаҡтағы ҡарар Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған. Тимәк, Рәсәйҙә ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең өй йәки фатир һатып алыу мөмкинлеге ике тапҡырға арта, тигән һүҙ. Өҫтәүенә, кредит 3 процент ставкаһы буйынса рәсмиләштерелә. Башҡортостан, ғәҙәттәгесә, “Ауыл ипотекаһы”н биреү буйынса – алдынғы урында. Рәсәй банкы – республика буйынса Милли банк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр был программа буйынса 2,1 миллиард һумлыҡ 800-ҙән ашыу кредит бирелгән. Йыл башынан 450 ғаилә “Россельхозбанк”та “Ауыл ипотекаһы”н алған. Дөйөм сумма иһә 1,2 миллиард һум тәшкил итә. Фото: stroiteh-msk.ru