Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәктәптең ҡыйығы емерелеп төшөп...

10 июль кисендә, тәбиғәттең көйһөҙлөгө, елдең секундына 20 метр иҫеүе сәбәпле, Асҡындың 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе ҡыйығының бер өлөшө килеп төшкән. “Һәләк булғандар, зыян күргәндәр юҡ. Ерҙә лә емереклектәр теркәлмәгән. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөү йәһәтенән эш алып барыла”, - тип белдерҙеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән. Бынан тыш, кисә елдең көсәйеүе сәбәпле, 11 райондың 54 ауыл биләмәһендә - өлөшләтә, ә ҡайҙалыр тотошлай электр менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк теркәлгән. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.