Бөгөнгө көндә Нуғай — Өфөнөң әүҙем үҫешкән һәм йылдам төҙөлгән биҫтәләренең береһе. Торлаҡ фонды алты меңгә яҡын шәхси йортто тәшкил итә. Яҡын киләсәктә был һан кәмендә ике тапҡырға артыр тип көтөлә. Көн һайын меңәрләгән автоһәүәҫкәр тимер юл үткәүелендә тығындарҙа тора, ошо сәбәпле юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлә. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн әлеге ваҡытта бында "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты тормошҡа ашырыла – транспорт сиселеше төҙөлә. Аҙаҡҡы этапта 1850 метр оҙонлоғондағы төп юлдың ситен төҙөү буйынса эштәр алып барыла. Ул дүрт, йәғни һәр йүнәлештә икешәр һыҙатҡа иҫәпләнгән. Юл "М5-Урал" федераль трассаһы менән киҫешкән ерҙән башлана һәм мәсет янында, Нуғай ауылынан сыҡҡан ерҙә, тамамлана. АСГ-ның 598 мең кубометры ҡойолған, был дөйөм һандың 97 процентын тәшкил итә. Диаметры 300-ҙән 500 миллиметрға тиклемге һәм оҙонлоғо 4,7 километр тәшкил иткән ямғыр һыуы өсөн канализация төҙөлә. Эшселәр биш километрлыҡ гранит бордюр һала, асфальт-бетондан тротуарҙың аҫҡы ҡатламдарын һа