Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡатнашыусыларҙан ғәфү үтенәбеҙ

Өфөлә “Артерия” тип исемләнгән сара онлайн форматта булды. Ә был йүгереү 8-нән 9-ына ҡараған төндә үткәрелергә тейеш ине, тип хәбәр итте сараны ойоштороусылар. “Полиция тарафынан хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мөмкинлеге булмауы һөҙөмтәһендә беренсе төнгө йүгереүҙе күсерергә булдыҡ, - тип хәбәр ите сара директоры Дмитрий Бабин. – Ҡатнашыусыларҙан ғәфү үтенәбеҙ. Булмаясаҡ осрашыуға әҙерләнеүҙең нимә икәнлеген дә аңлайбыҙ. Йүгереү форматы үҙгәреүе тураһындағы яңылыҡ яҡшы булмаһа ла, һеҙҙең хәүефһеҙлек – иң мөһиме”. Сарала теркәлгәндәргә төнгө йүгереү дистанцияларын ай буйына уңайлы ваҡытта йүгереү тәҡдим ителә. Артабан һөҙөмтәне ҡушымтала теркәргә һәм ойоштороусыларға күрһәтергә кәрәк. Фото: "Өфөнөң төп артерияһы" IT-каналы.