Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Ирем табыр тип ҡурҡтым..."

Май уртаһында Нефтекама ҡалаһында юғалған 31 йәшлек ҡатын тураһында бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ. Һәм әле ҡыуаныслы яңылыҡ билдәле булды: Гөлнараны тапҡандар, ул иҫән. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһына уның апаһы хәбәр иткән. "Шөкөр, иҫән килеш таптыҡ, әле полиция менән бергә барып алдыҡ. Краснокама районындағы ауылдарҙың береһендә таптыҡ", – тигән ул. Асыҡланыуынса, ҡатын өйөнән ире менән талашҡандан һуң сығып киткән булған. Райондың Яңы Нуғай ауылында уны битараф булмаған кешеләр үҙҙәрендә йәшәткән. Айҙан ашыу Гөлнара уларҙа торған. Туғандарына иһә үҙе тураһында белдерергә ҡурҡҡан, сөнки улар аша ире табыр тип уйлаған. Фото: "Башинформ".