Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Файҙалы ла, кәрәкле лә буласаҡ

Дүртөйлө районы хакимиәтенә , "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусы ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Проект инициаторы изге эште файҙалыһы менән берләштерергә ниәтләй. Ул үҙенең бизнесын асырға теләгән ауылда уйын майҙансығы юҡ. Шуға күрә туҡланыу продукттарын һәм көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙарын һатыу өсөн сауҙа объектын төҙөүҙән тыш, ул балалар өсөн уйын майҙансығын төҙөкләндереүҙе лә планлаштыра. Һәр ихатала тиерлек үҙенең ярҙамсы хужалығы булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ хәҙер, мәҫәлән, икмәк бешереү, тултырмалар яһау менән шөғөлләнмәй, ауылда кәнфит тә тулып ятмай. Кәрәкле тауарҙарҙы алыу өсөн һәр ваҡыт ҡалаға барып етеп булмай. Шуға күрә сауҙа нөктәһен асыу өсөн ихтыяжды өйрәнергә кәрәк. Ә балалар майҙансығын асыу – тимәк, балаларға шатлыҡ бүләк итеү. Осрашыуҙа ҡатнашыусы сауҙа объекты урынлашасаҡ урын тапҡан, хакимиәттең структур бүлексәләре белгестәре уға һайланған ер участкаһын рәсмиләштереү буй

Дүртөйлө районы хакимиәтенә , "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проекты сиктәрендә уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусы ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Проект инициаторы изге эште файҙалыһы менән берләштерергә ниәтләй. Ул үҙенең бизнесын асырға теләгән ауылда уйын майҙансығы юҡ. Шуға күрә туҡланыу продукттарын һәм көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙарын һатыу өсөн сауҙа объектын төҙөүҙән тыш, ул балалар өсөн уйын майҙансығын төҙөкләндереүҙе лә планлаштыра. Һәр ихатала тиерлек үҙенең ярҙамсы хужалығы булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ хәҙер, мәҫәлән, икмәк бешереү, тултырмалар яһау менән шөғөлләнмәй, ауылда кәнфит тә тулып ятмай. Кәрәкле тауарҙарҙы алыу өсөн һәр ваҡыт ҡалаға барып етеп булмай. Шуға күрә сауҙа нөктәһен асыу өсөн ихтыяжды өйрәнергә кәрәк. Ә балалар майҙансығын асыу – тимәк, балаларға шатлыҡ бүләк итеү. Осрашыуҙа ҡатнашыусы сауҙа объекты урынлашасаҡ урын тапҡан, хакимиәттең структур бүлексәләре белгестәре уға һайланған ер участкаһын рәсмиләштереү буйынса консультация бирҙе. Әгәр һеҙ шулай уҡ маҡсатҡа ынтылыусан һәм үҙ бизнесығыҙҙы асыу идеяһы менән янаһығыҙ икән, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашырға саҡырабыҙ, алдан ғаризағыҙҙы Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында https://investrb.ru/ru/ йәки түбәндәге телефондар буйынса теркәргә кәрәк: 8(34787) 2-26-89, 2-19-48. Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.