Найти тему
Башҡортостан гәзите

Пассажирын һәләк иткән

Белорет районында кеше ғүмерен өҙгән авария теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, иртәнге сәғәт 6-лар тирәһендә Cтәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлының 170-се километрында булған. 36 йәшлек ир "Фольксваген Каравелла" автомобилендә идараны юғалтып, юлдан ситкә оса һәм түңкәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 51 йәшлек пассажир алған йәрәхәттәрҙән урында уҡ вафат булған. Тағы ла ике пассажирға медицина ярҙамы талап ителгән. Мәғлүм булыуынса, автомобиль салонында бик кеше булған. Әле авария сәбәптәре асыҡлана. 10 июлдә иһә республика юлдарында биш кешенең ғүмере өҙөлгән – Баҡалы, Мәләүез, Илеш, Стәлетамаҡ, Мәләүез райондарында. Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, ә бөтөнләй ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ, яҙмыштарҙы боҙаһығыҙ. Уйланығыҙ, ғүмер бер генә бирелә, уны ҡайтарып булмай. Фото: @bash_gibdd