Вуз-ара студенттар кампусында тиҙҙән Башҡортостан дәүләт медицина университеты лабораториялары урынлашасаҡ. "Фарма-үҙәк" һәм "Биоинженерия үҙәге" лабораториялары IQ-парктың дүртенсе һәм бишенсе ҡаттарын биләйәсәк һәм мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү - импортҡа алмаш технологиялар булдырыу маҡсатында эшләйәсәк. Үткәрелгән тикшеренеүҙәр нигеҙендә регенератив медицина, травматология, урология, онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау өсөн яңы материалдар эшләүҙең үҙенсәлекле Рәсәй технологиялары эшләнәсәк. "Биоинженерия үҙәге"ндә күҙәнәк биотехнологиялары өлкәһендә фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән күҙәнәк технологиялары лабораторияһы иң ҡыҙыҡлы йүнәлештәрҙең береһе булып тора. - Белгестәребеҙ артабан файҙаланыу һәм медицина биоинженерияһы өлкәһендә кәрәкле компетенцияларҙы үҫтереү өсөн белем туплай. БДМУ вәкилдәре Рәсәй һәм сит ил университеттары стажировкаларында ҡатнаша, мәҫәлән, Иран, Һиндостан медицина тикшеренеү үҙәктәрендә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең биш ғилми-белем биреү үҙәктәрендә, Томск милли медицина үҙәгендә стажировка үтеүселәр бар, - тип билдәләне БДМУ-ның ғилми һәм халыҡ-ара эшмәкәрлек буйынса проректоры Искәндәр Шәүкәт улы Әхәтов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, вуз-ара студенттар кампусы "Фән һәм университеттар" милли проекты сиктәрендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын һәм концессия килешеүҙәрен файҙаланып, инновацион белем биреү мөхитен булдырыу буйынса федераль программа сиктәрендә төҙөлә. Фото һәм текст сығанағы: pravitelstvorb.ru