“Хәтер һәм ҡайғы көнөн Рәсәй халҡы ғына түгел, ә бөтә донъя халҡы билдәләй. Икенсе бөтә донъя һуғышы касафаты күптәргә ҡағылды. Рәсәйҙә һуғышта ҡатнашмаған берәй ғаилә бармы икән?" – тип яҙа “Торатау” гәзите сайтында Ҡанаҡай ауылынан Гөлсәсәк Шәрипова. – Беҙҙең Ҡанаҡай ауылынан ғына күпме ир-егет яу яландарында ятып ҡалған. Һуғышта иҫән ҡалыусыларҙың да күбеһе инвалид булып ҡайтҡан. Беҙ, һуғыштан һуң тыуған сабыйҙар, фронтовик балалары инек. Атайҙарыбыҙ һуғыш ваҡытында көрсөккә ҡалған колхозды тергеҙҙе. Көнө-төнө егелеп эшләне. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа илдең таянысы булды. Һаман хәтерҙә: Еңеүҙең 30 йыллығын билдәләгәндә обелиск алдында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хәтһеҙ ине. Быйыл Еңеүҙең 78 йыллығын бары бер һуғыш ветераны – Минеғолов Әүхәҙи ағай ғына ҡаршыланы. Уны үҙ йортонда ҙурлап ҡотланыҡ. Ветеранға Хоҙай һаулыҡ бирһен. Атайҙарыбыҙ фашистарҙан Европаны азат итте, ә фашист ҡалдыҡтары һаман баш күтәреп маташа. Уларҙы ла һепереп түкмәй, тыныс йәшәп булмаясаҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Башҡорттоң аҫыл улдары һынатмай. Уларҙың еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Тылда ал-ял белмәй эшләгән һуғыш балаларын бөгөн хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, Һеҙгә оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ! Фото: “Торатау” гәзите.