Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡорт батальонының мосолман егеттәрен һөйөндөргәндәр

Салауат Юлаев исемендәге доброволецтар батальонының ҡыҫҡа ялға ҡайтып, кире махсус хәрби операция зонаһына юлланған яугирҙәре әле илебеҙҙең бер ҡалаһында хәрби күнекмәләр үтә. Бөгөн улар урындағы мәсеткә барып килгән. "Алдан уҡ Ҡорбан байрамында иман йортона барырбыҙ тип һөйләшеп, рөхсәт алып ҡуйғайныҡ. Ғәйет намаҙы башланыуға туралап барҙыҡ. Халыҡ күп булды. Имам-хатиптың вәғәздәрен тыңланыҡ, унан күмәкләп намаҙ уҡыуҙа ла ҡатнаштыҡ, - тип хәбәр итте яугирҙәр. - Унан, көтмәгәндә, беҙҙе айырым бүлмәгә саҡырып алдылар. Баҡһаң, килеребеҙҙе белеп, мул итеп табын әҙерләгәндәр икән. Шул ҡәҙәр күңелебеҙ булып, һөйөнөп ҡайттыҡ. Ҙур илебеҙҙә һәр дингә, һәр халыҡҡа иғтибар, ихтирам булыуына йәнә бер инандыҡ. Күпселекте рустар тәшкил иткән был ҡалала ҙур, матур мәсет эшләй, ул бер ваҡытта ла буш тормай, тип һөйләне имам-хатип. Диндар әйтеүенсә, иман йортонда ғәйеттәрҙә кешеләр гелән күп була. Бында шулай уҡ никахтар үткәрелә, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыла. Киләсәктә дин дәрестәре лә үткәрә башларға ниәтләйҙәр". Яугирҙәр әйтеүенсә, ошо мәсеттең имам-хатибы уларҙың күнекмә үткән урынына килеп китергә вәғәҙә биргән. Барығыҙға ла доғалар китабы алып барасаҡмын, тигән ул. Имам-хатип беҙҙең яугирҙәрҙе махсус хәрби операция зонаһына юлланғанда оҙатып ҡалмаҡсы. Беҙҙең егеттәр әйтеүенсә, батальонда ла бөгөн мосолман яугирҙәргә табын әҙерләнгән, барыһы ла уларҙы дини байрамыбыҙ уңайынан ихлас ҡотлаған. Фотолар Салауат Юлаев исемендәге батальон яугирҙәренән алынды.