Электр машиналарын булдырыуҙың тулы циклы, авиация двигателе өсөн 35 тоннаға тиклем ауырлыҡты тарта алған стартер-генератор һәм гибрид көс ҡулайламаһы менән Рәсәйҙең беренсе самолеты өсөн генератор – Өфө фән һәм технологиялар университетының “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженерҙар мәктәбенең төп эшләнмәләре. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы башлығы Валерий Фальков Башҡортостан Республикаһына эш сәфәре барышында мәктәпте юғары баһаланы. Мәктәп 2022 йылда “Алданғы инженер мәктәптәре” федераль проекты сиктәрендә электромеханика кафедраһы базаһында асылған. Унда авиация сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләнә, улар әле үк етештереү мәсьәләләрен хәл итеүҙә мәшғүл. Рәсәйҙең мәғариф министры “Киләсәк моторҙары” мәктәбенең эшен юғары баһаланы. Әле унда 60 студент белем ала, йыл һайын 200-гә яҡын белгес әҙерләп сығарыу планлаштырыла. Йәштәр махсус әҙерләнгән магистратура һәм белгеслек программалары буйынса әҙерлек үтә, улар араһында электр хәрәкәте, көс авиация ҡулайламаларының системалы инжинирингы, пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн программа тәьминәте, электроника һәм иҡтисад (иҡтисадсы-инженер). Студенттарҙы уҡытыу, тикшеренеүҙәр үткәреү һәм продукция әҙерләү өсөн университет “Алдынғы инженер мәктәптәре” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уникаль ҡорамалдар һатып алған. Шул иҫәптән юғары уҡыу йортонда электромагнит тап килеү һәм криоэлектр машиналары буйынса лаборатория ойошторолған. 2022 йылда мәктәп нигеҙендә яңы электр машиналары, сервоприводтар һәм улар өсөн идара итеү системалары эшләү һәм әҙерләү өсөн ике ғилми-етештереү киңлеген астылар. Фото: minobrnauki.gov.ru